Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Ағиҙел»дең яңы етәксеһе республика предприятиеһын донъя кимәленә сығарырға ниәтләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһының «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы етәксеһе итеп Гүзәл Кәримова тәғәйенләнде. Бынан алда ул «Орнамент» халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының башҡарма директоры вазифаһын биләне. Предприятиеның генераль директоры «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә компанияның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, шулай уҡ киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Гүзәл Кәримова яңы вазифала быйыл ноябрь айында эшләй башлаған. Уға тегеү, художество-эксперименталь һәм тағы бер нисә цех, 100-ҙән ашыу хеҙмәткәр «мираҫ»ҡа ҡалған.

«Ағиҙел» дәүләт унитар предприятиеһы — Башҡортостанда традицияларҙы, халыҡ ижадын һаҡлаусы һәм уны киләсәк быуына тапшырыусы берҙән-бер предприятие. Мин бөтә оҫталарҙы тупларға теләйем, беҙ бергәләп эшләргә тейешбеҙ, сөнки ҡул эштәрен берәмләп һатыу ҡыйынға төшә. Бынан тыш, халыҡ-ара баҙарға сығырға ниәтләйбеҙ. Тәүҙе аҙымдар бар, әле бер ил менән үҙ-ара килешеп эш итеү йәһәтенән һөйләшеүҙәр алып барыла. Илдең бөтә отелдәрендә лә «Ағиҙел»дең сувенирҙары булырға тейеш тип иҫәпләйем, — тип һөйләне предприятие етәксеһе. — Ҡатын-ҡыҙ кейеменең яңы йүнәлешен башларға уйлайбыҙ. Бының өсөн рәссамдар, рәссам-дизайнерҙар, конструкторҙар бар. Хәҙер «Башҡортостанды тергеҙеү» ижади проекты өҫтөндә эшләйбеҙ: боронғо селтәрҙәрҙе тергеҙәбеҙ, стилләштерелгән биҙәүестәр эшләйбеҙ».

Белешмә. Кәримова Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы 1980 йылда Башҡортостандың Федоровка районы Батыр ауылында тыуған. 2002 йылда «журналистика» һөнәре буйынса  Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Францияла (Страсбург, 2018 йыл), Үзбәкстанда (Коканд, 2019), Ҡаҙағстанда (Төркөстан, 2019) биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып, сертификаттар алған.

http://www.bashinform.ru/news/1386987-novyy-rukovoditel-agideli-namerena-vyvesti-bashkirskoe-predpriyatie-na-mirovoy-uroven/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть