Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Йәш атайҙарҙы өйҙә балалары һәм ҡатындары көтә»: Радий Хәбиров Башҡортостан вахтасылары проблемаһы менән шөғөлләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына һәм Хеҙмәт министрлығына Башҡортостан вахтасыларын Владивостокка ебәргән «Өфөнефтемаш» компанияһын тикшерергә ҡушты. Эшселәр ҡайта алмай, уларҙың билетҡа ла аҡсаһы юҡ.

«Кисәнән бирле предприятиела тикшереү бара. Миңә унда финанс дисциплинаһын боҙоу осраҡтары булыуы хаҡында әйттеләр – кешеләргә айҙар буйына хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ә эш ауыр, карап төҙөү комплексында эшләйҙәр. Күптәренең ипотекаһы бар, йәш атайҙарҙы өйҙә балалары һәм ҡатындары көтә. Хәҙер уларҙың юлға ла аҡсаһы юҡ. Ярҙам күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ», — тип хәбәр итте республика етәксеһе социаль селтәрҙә.

Радий Хәбиров ошондай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйған предприятие етәкселәренең закон сиктәрендә яуаплылыҡҡа тарттырылыуын шәхсән күҙәтермен тип белдерҙе.

«Язаның ҡотолғоһоҙ булыуы ғына беҙгә артабан ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирер. Беҙҙә ай һайын 100 меңдән ашыу кеше вахтаға юллана. Күптәре оҙон аҡса эҙләп сығып китә, кемдер үҙенең ҡалаһында йәки ҡасабаһында эш таба алмай. Шуға ла мин республикала эш урындары булдырғандарҙың бөтәһен дә ҡулда күтәреп йөрөтөргә кәрәк тип әйтәм», — тине республика башлығы.

Ә «Өфөнефтемаш» директоры иһә хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурысты Яңы йылға тиклем түләп бөтөрөргә вәғәҙәләне. Кисә Башҡортостандан 38 кеше самолетҡа билет алған.

«Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәү «Өфөнефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эске сәбәптәренә бәйле. Был – кредит түләү һәм ағымдағы эшмәкәрлекте дауам итеү өсөн төп материалдар һатып алыу. Шул сәбәпле эшселәр алдында сентябрь-октябрь айҙары өсөн бурыс барлыҡҡа килде. Ике-өс аҙнала бурысты түләрбеҙ, предприятиеның финанс хәле тотороҡланыр», — тип «Өфөнефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Ғәлиуллиндың һүҙҙәрен килтерә bash.news.

http://www.bashinform.ru/news/1386959-molodykh-pap-zhdut-doma-deti-i-zhyeny-radiy-khabirov-zanyalsya-problemoy-bashkirskikh-vakhtovikov/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть