Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡалтасы районында йәшәүселәр Радий Хәбировтан бассейн төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтулин/.

Ҡалтасы районының «Доверие плюс» компанияһы 2018 йылдан алып муниципалитет мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнә. Бында икмәк бешереү, кондитер, ит ярымфабрикаттары әҙерләү һәм кулинария цехтары бар. Производствола бөтәһе 110-дан ашыу кеше эшләй, башлыса – ҡатын-ҡыҙҙар. Компанияның генераль директоры Дамир Низамутдинов республика етәксеһе Радий Хәбировҡа барлыҡ цехтарҙың төрлө һәм сифатлы аҙыҡ-түлек етештерергә мөмкинлек биргән яңы заманса ҡорамал менән йыһазландырылыуы тураһында һөйләне. Хеҙмәткәрҙәр өсөн һәйбәт эшләү өсөн бөтә шарттар бар.

Радий Хәбировты тәү сиратта компанияның уҡыусыларҙың туҡланыуын нисек ойоштороуы, мәктәптәр һәм ата-әсәләр яғынан шелтә юҡмы икәне ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыров әйтеүенсә, хәҙер уҡыусылар ике тапҡыр туҡлана, мәктәптә ашай башлаған уҡыусылар артҡан.

Башҡортостан башлығы предприятие эргәһендә урындағы халыҡ менән аралашты. Һүҙ эш урындары, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, ФАП-тар төҙөү хаҡында барҙы. Краснохолмский ауылында йәшәүселәр Радий Хәбировтан бассейн төҙөү мәсьәләһендә ярҙам күрһәтеүен һораны. Башҡортостан башлығы республикала 16 районда бассейндар төҙөү буйынса программа ҡабул ителеүе, Ҡалтасы районы улар иҫәбендә булыуы хаҡында һөйләне. Ауыл халҡы республика властарының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарарын хупланы, Өфөнән артистар һәм ижади коллективтар концерт менән йышыраҡ килһен тигән теләктәрен еткерҙе. Радий Хәбиров, мәҙәниәт министрына ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушырмын, тип әйтте.

http://www.bashinform.ru/news/1386878-zhiteli-kaltasinskogo-rayona-poprosili-radiya-khabirova-postroit-im-basseyn-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть