Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы туристик портал эшләй башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда яңы  visitrb туристик порталы эшләй башланы.

Ресурста туристик маршруттар, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһының иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт тупланған. Айырым ҡушымтала республиканың сәйәхәттәр ойошторған туроператорҙары хаҡында мәғлүмәттәр баҫылған.

«Ошо проект өҫтөндә беҙ оҙаҡ һәм тулҡынланыу менән эшләнек. Һәр нескәлекте иҫәпкә алырға, порталды файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп төҙөргә тырыштыҡ. Бының өсөн төрлө өлкәләрҙән иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп иттек. Башҡортостандың киләсәге ҙур һәм яҡты икәненә, ә ошо сайт аша республиканың күркәм ерҙәрен күрергә бик күп туристар килеренә ышанам. Беҙҙең эшҡыуарҙар ярҙамы менән бизнесты алып барыу өсөн күберәк мөмкинлектәр булыр», — тип яҙҙы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Римма Бойцова Facebook селтәрендәге сәхифәһендә.

Төҙөүселәр һүҙҙәренсә, сайттың бүлектәре тулыландырыла һәм алдағы көндәрҙә тулы көскә эшләй башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың мартында туристар өсөн сервис — gotorb.ru интернет-порталы асылғайны. Әлеге ваҡытта сайтҡа инеп булмай.

Яңыраҡ «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивален ойоштороусыларҙың береһе, ғаилә лагерҙарын ойоштороусы, Башҡортостанда һәм Урал төбәктәрендә үҙаллы сәйәхәт итеү буйынса блог авторы Рина Гринберг та «Башинформ»дың «Өлкәндәр өсөн мәктәп» исемле подкасында Башҡортостандың туристик маршруттары буйынса берҙәм портал кәрәклеге хаҡында һөйләгәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1386704-v-bashkirii-zapustili-novyy-turisticheskiy-portal/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть