Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә 2019 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем ВИЧ менән зарарланыуҙың 634 осрағы теркәлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә 2019 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем ВИЧ менән зарарланыуҙың 634 осрағы теркәлгән.

Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә Республика СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров белдерҙе.

«Улар башлыса 31-40 йәшлек кешеләр», — тине ул.

Өфөлә 100 мең кешегә 633,9 вирус йөрөтөүсе тура килә. Баш ҡала зарарланыусылар һаны буйынса Башҡортостанда дүртенсе урынды биләй. Күңелһеҙ рейтингта беренсе урында — Күмертау, икенселә — Салауат, өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ.

Өфөлә вирус йоҡторғандарҙың күбеһе Калинин районында йәшәй, икенсе урында – Орджоникидзе, өсөнсөлә һәм дүртенселә – Ленин һәм Дим райондары. Октябрь, Совет һәм Киров райондарында ВИЧ йөрөтөүселәр аҙыраҡ.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән Учалыла, Белоретта, Октябрьскийҙа һәм Туймазыла вирус менән сирләү буйынса хәлдең көсөргәнешле булыуы тураһында хәбәр иткәйне.

СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәшеү үҙәге етәксеһе мәғлүмәттәренә ярашлы, ауырыу йышыраҡ һаҡланмай енси мөнәсәбәткә ингәндә күсә.

Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн, Рафаэль Яппаров һүҙҙәренсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы халыҡтың төп төркөмдәрендә ВИЧ-ты иҫкәртеү буйынса сараларҙа ҡатнашырға йәлеп итергә, шулай уҡ сир күрһәткестәре юғары булған биләмәләрҙә, шул иҫәптән Өфө предприятиелары коллективтарында экспресс-тест акцияһын үткәрергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1386672-v-ufe-s-yanvarya-po-noyabr-2019-goda-zaregistrirovano-634-novykh-sluchaya-zarazheniya-vich/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть