Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала күп балалы ғаиләләр түләгән транспорт һалымын кире ҡайтара ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда ишле, шулай уҡ һаулығы яғынан үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең транспорт һалымын түләгәндә льгота алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр итте.

Льгота алыу өсөн һалым органдарына ғариза яҙырға кәрәк. Ведомствола транспорт һалымынан азат итеү тураһында ҡарарҙы бер ай эсендә ҡабул итергә тейештәр.

Әгәр һалым түләнгән, ә ғаилә льготаға хоҡуҡлы икән, аҡса кире ҡайтарыла – бының өсөн дә йәшәгән урын буйынса һалым органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 декабрҙә мөлкәт һалымын түләү ваҡыты тамамланды.  3 декабрҙән һалымын түләмәгәндәр бурыслы тип иҫәпләнә, уларға пеня өҫтәлә башлай. Шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеге булмаған йәки почта аша белдереү ҡағыҙы алмаған кешеләргә һалым инспекторҙары күп функциялы үҙәк офистарында йәки теләһә ниндәй инспекцияла квитанция алырға кәңәш бирә. Улар 6 декабргә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә ҡәҙәр эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1386678-v-bashkirii-mnogodetnye-semi-mogut-vernut-ranee-uplachennyy-transportnyy-nalog/

Теги: һалым
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть