Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем «Яңы йыл ғаилә уйындары– 2020» уҙғарыла

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем Башҡортостанда «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» ойошторола. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һөйләне. Партия ағзалары, Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән.

«Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт кластары ла ата-әсәләре менән бергә ошо уйындарҙа ҡатнаша. Бәләкәйерәк балаларға – күңелле старттар, ә өсөнсө кластан башлап мини-футбол, баскетбол, волейбол, хоккей буйынса ярыштар уҙғарыла. Еңеүселәр 18 ғинуарҙа Өфөлә республика финалында осраша. Шул рәүешле беҙ байрам көндәрендә уҡыусыларҙың ялын күңелле итеп ойошторорбоҙ», — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Башҡортостан башлығы, партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров әйтеүенсә, был – һәйбәт акция, уға күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк, иң мөһиме, улар мәжбүри булмаһын.

«Ярыштарҙың программаһына мотлаҡ саңғыла шыуыуҙы индерергә кәрәк, был спорт төрө менән уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас шөғөлләнә. Яңы йыл ғаилә уйындары – реаль эш, уны яҡшы ойошторорға һәм үткәрергә кәрәк. Был һәйбәт тәҡдим: мул табындан һуң йыйылып, спорт менән шөғөлләнергә, ваҡытты файҙалы үткәрергә», — тине Радий Хәбиров.

Яңы йыл ғаилә уйындарының төп ҡатнашыусылары – «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проектының спорт кластары тәрбиәләнеүселәре. Спорт-белем биреү программаһы 2015 йылда уҡ башланды, ә быйыл уны «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе хупланы.

«Дүрт йыл элек проектта биш район – 164 уҡыусы ҡатнашҡайны. Бөгөн спорт кластарында алты меңдән ашыу уҡыусы шөғөлләнә. Көн һайын дәрестән һуң балалар өҫтәмә физик күнегеүҙәр яһай. Медицина тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, был уҡыусылар һәйбәт физик әҙерлеге һәм һаулыҡ торошо менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Ғаилә уйындарында, спорт кластарынан тыш, теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Шул рәүешле беҙ проекттың географияһын киңәйтә алабыҙ», — тине партия проекты координаторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Андрей Иванюта.

http://www.bashinform.ru/news/1386563-v-bashkirii-so-2-po-6-yanvarya-proydut-novogodnie-semeynye-igry-2020/                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть