Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәүге географфити барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рус география йәмғиәтенең шундай уҡ исемле проекты сиктәрендә Өфө үҙәгендә тәүге географфити барлыҡҡа килде.

Ленин исемендәге скверҙа — Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндә административ бинаның стенаһына өкө төшөрөлгән. Һүрәттең авторы – билдәле рәссам-граффитист Олег Кайбышев.

Өкө йәнлектәр донъяһының һирәк осрай торған һәм юғалып барған вәкиле булараҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл  китабына индерелгән, тип хәбәр иттеләр Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән.

2016 йылдан Рус география йәмғиәте Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында бөйөк ғалимдарҙың, сәйәхәтселәрҙең портреттарын, шулай уҡ Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең һүрәттәрен урынлаштыра.    

http://www.bashinform.ru/news-list-2/

Теги: граффити
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть