Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Мөхәмәтғәли Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 25 йыллығын билдәләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөхәмәтғәли Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының 25 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы.

Байрам ҡунаҡтары мәктәптең тарихы, уңыштары һәм ҡаҙаныштары тураһында сағыу театрлаштырылған тамаша ҡараны. Ошо йылдар эсендә лицейҙы 1156 уҡыусы тамамлаған. Хәҙер улар – талантлы фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, танылған актерҙар, табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре. Лицейҙың уҡытыусылар коллективы бик күп наградаларға һәм ҡотлауҙарға лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин республика башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе, уңыш ҡаҙанған уҡытыусыларға хөкүмәт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы. «Урал» хәйриә фонды вәкиле Әнисә Солтанғолова Башҡортостан Республикаһының беренсе Президентының сәләмләүен еткерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Ринат Миһранов сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1386324-v-ufe-otmetili-25-letie-bashkirskogo-litseya-136-imeni-mukhametgaliya-iskuzhina/    

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть