Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Эстетика йылында республика ҡасабаларында тротуарҙар, газондар, яҡтыртыу бағаналары барлыҡҡа килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда властар Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгән 2020 йылда тормошҡа ашырылырға тейешле маҡсаттар исемлеген төҙөнө. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев дүрт төп йүнәлеште иғлан итте: газондар яһау, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлау,  ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн берҙәм стандартҡа килтереү. Министрлыҡта проектты бойомға ашырыу план-графигы әҙерләнә.

«Министрлыҡтың бурысы – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә муниципалитет башлыҡтарына эш параметрҙарын билдәләү , — тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. — Эш биләмәне капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙгә халыҡтың инициативаһын уятырға кәрәк. Ошо ҙур эштә улар үҙҙәре ҡатнашырға тейеш».

http://www.bashinform.ru/news/1386256-v-bashkirskikh-poselkakh-v-god-estetiki-poyavyatsya-trotuary-gazony-osveshchenie/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть