Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.33 ↑

EUR 68.77 ↓

28 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың туғыҙ ҡалаһында иллюминацияға 115 миллион һум тотонола

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың туғыҙ ҡалаһында иллюминацияға, дөйөм алғанда, 115 миллион һум тотонола.

«Башҡортостан Республикаһының хужалыҡ идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Күмертауҙа, Сибайҙа һәм Ағиҙелдә Яңы йыл иллюминацияһы ҡуйыу өсөн контракт төҙөнө. Был хаҡта «Коммерсант» дәүләт һатып алыуҙары порталы мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итә.

Контракт 25 ноябрҙә «Клирлайт рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән һәм ул 21 көндә үтәлергә тейеш. Килешеү тураһында мәғлүмәт 29 ноябрҙә дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.

Подрядсыға 99 йыйылма яҡтылыҡ декоратив конструкция әҙерләргә, уларҙы ҡуйырға һәм ҡала селтәрҙәренә тоташтырырға кәрәк.

Тендер шарттары буйынса, Өфөлә һигеҙ яҡтылыҡ конструкцияһы (шул иҫәптән 32 метрлыҡ яһалма шыршы, арка, консоль, боҙбармаҡ, ҡар бөртөгө һәм фонарь), башҡа ҡалаларҙа бер конструкция булырға тейеш.

Техник эш сметаһына ярашлы, иң ҡиммәтле конструкция – Өфө өсөн яһалма шыршы (хаҡы — 20,8 миллион һум), иң арзаны -  «боҙбармаҡ» (хаҡы – 16,3 мең һум).

http://www.bashinform.ru/news/1386140-v-devyati-gorodakh-bashkirii-na-illyuminatsiyu-potratyat-115-mln-rubley/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть