Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.99 ↑

EUR 73.72 ↓

29 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республикала яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығы уңайынан уның исемендәге премия тапшырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Дәүләкән районында билдәле башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, әҙәбиәтсе Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығына арналған саралар уҙҙы.

Район Мәҙәниәт һарайында Әхиәр Хәкимов исемендәге премиялар тапшырылды. Район хакимиәте булдырған премия әҙәби тәнҡит, тәржемә, Әхиәр Хәкимовтың ижадын популярлаштырыу номинациялары буйынса биш йылға бер тапҡыр бирелә. Быйыл премияға шағир һәм журналист Лариса Абдуллина, «Дим» әҙәби берекмәһе рәйесе Минзәлә Хәлилова, шулай уҡ Әхиәр Хәкимовтың һуғыш тураһында прозаһын өйрәнеүселәр Рәйеф Әмиров һәм Виктория Шәүәлиева лайыҡ булды.

Әхиәр Хәкимовтың тыуған ауылында танылған яҡташтарының ижадына ҙур иғтибар бүләләр. Яҙыусының исемен йөрөткән Яңы Йәнбәк ауылы мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгән. Байрам ҡунаҡтары араһында танылған әҙиптәр, республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары: профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, яҙыусылар Зөфәр Вәлитов һәм Гөлнара Мостафина бар ине.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө беренсе Әхиәр уҡыуҙарына йомғаҡ яһалды. Конкурста райондың 30-ҙан ашыу уҡыусыһы ҡатнашты. Жюри еңеүселәрҙе билдәләне һәм дипломдар менән бүләкләне.

Саралар Әхиәр Хәкимовтың Йорт-музейында тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1384821-v-bashkortostane-v-god-90-letiya-pisatelya-akhiyara-khakimova-vruchili-premii-ego-imeni/      

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть