Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.68 ↓

EUR 68.78 ↑

20 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Яңы 2020 йылға пикселле шыршылар ҡуйыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ағымдағы йылдың 10 декабренә тиклем Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Яңы йыл шыршылары ҡуйыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.

«Республикала 1099 боҙ ҡаласығы төҙөү күҙаллана. Был 2018 йылға ҡарағанда 11% күберәк, — тип белдерҙе вице-премьер. — Шулай уҡ 566 һырғалаҡ һәм 1266 боҙ тауы була. Республика ҡалаларын һәм райондарын 1782 шыршы биҙәй».

Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала 1634 – ысын, 139 – яһалма һәм 9 пикселле шыршы ҡуйыла. Һуңғылары – ошо йылдың яңылығы. Иң бейек – 32 метрлыҡ пикселле шыршыны Өфөлә «Торатау» конгресс-холы янында күрергә мөмкин. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.

Шулай уҡ Башҡортостан ҡалалары юл өҫтөндәге иллюминациялар менән биҙәлә. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу яҡтыртҡыс арт-объекттар барлыҡҡа килә.

«Республика һәм Италия компанияһының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Өфөнөң төп майҙандарында байрам иллюминацияһы менән инеү урындары була. Биҙәкле панно Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ҡуйылғандарына оҡшаш», — тине Борис Беляев.

http://www.bashinform.ru/news/1382728-v-bashkirii-k-novomu-2020-godu-ustanovyat-novye-pikselnye-elki-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть