Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.57 ↓

EUR 70.38 ↑

11 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы 75 йыллығын билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйҙы.

22 ноябрҙә «Торатау» конгресс-холында юбилейға арналған тантаналы сара була. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырылды.

Ойоштороу комитетына тантаналы сараға әҙерләнеү, уны уҙғарыу буйынса программа әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тантананы матбуғатта яҡтыртырға, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы сараны уҙғарыу осоронда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты лайыҡлы рәүештә милли кадрҙар әҙерләү урыны тип атала. Белем усағы бик күп йәштәргә оло тормошҡа юллама бирҙе. Интернат республикала ғына түгел, ә унан ситтә лә абруй һәм дан ҡаҙанған ғалимдар, инженерҙар, агрономдар, уҡытыусылар, яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен тәрбиәләп сығарҙы.

Уҡыу йорто ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика башҡорт урта мәктәбе итеп асылған. 1956 йылда интернат статусын алған.

1991 йылдың йәйенән белем усағы хәҙерге исемен йөрөтә. Шул саҡта гимназияға үҙенең күренекле уҡыусыларының береһе —  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исеме бирелә.

http://www.bashinform.ru/news/1380768-bashkirskaya-gimnaziya-imeni-rami-garipova-otmechaet-75-letie/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть