Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Салауат Юлаев проспектын Бөрө трактына тиклем төҙөүҙе дауам итәләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Киләһе йылда Салауат Юлаев проспектының тамамланмаған участкаларын проектлау башлана, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Халыҡ-ара транспорт форумында.

«Салауат Юлаев проспекты артабан үҫтереүҙе талап итә. Ул Сипайлово биҫтәһенә барып еткән һәм туҡтап ҡалған. Бөгөн беҙ федераль финанслау шарттарында Росавтодор менән берлектә эш башлау тураһында һөйләшеп килештек. Киләһе йылда тамамланмаған участкаларҙы проектлай башларбыҙ тип уйлайым, был Салауат Юлаев проспектын Бөрө трактына тиклем сығарырға мөмкинлек бирә», — тине республика етәксеһе.

Белешмә.

Салауат Юлаев проспекты өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеү магистрале булып тора, 2007 йылда һалынған. Көньяҡтан Ағиҙел йылғаһы күперенән ингән ерҙә башлана һәм Сипайловоға ингән урында тамамлана.

2025 йылға тиклем Өфө үҫешенең генераль планына ярашлы, проспектты Черниковка аша Бөрө трактына тиклем дауам итеү күҙ уңында тотолған. Башҡа проекттарҙы(Яңы Затон күпере, Өфө аръяғында трамплин аҫтындағы тоннель) бойомға ашырыуға бәйле 2008 йылдан һуң проспектты үҫтереү туҡтатылған

http://www.bashinform.ru/news/1380661-v-ufe-prodolzhat-stroitelstvo-prospekta-salavata-yulaeva-do-birskogo-trakta-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть