Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

9 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Милена Вәхитова Азияның һәм Себерҙең иң сибәр, һәләтле ҡыҙҙарының береһе тип танылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Красноярскиҙа XIII «Азия-Себер» милләт-ара матурлыҡ һәм талант конкурсы уҙҙы. Быйыл финалда 10 милли мәҙәниәтте күрһәткән 12 һылыуҡай ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы исеменән конкурста Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Милена Вәхитова сығыш яһаны. Ул Азияның һәм Себерҙең иң сибәр һәм һәләтле 5 ҡыҙы иҫәбенә инде.

«Быйыл конкурста Себерҙең төп халыҡтары ғына ҡатнашманы, – тип һөйләне Милена Вәхитова. – Ҡыҙҙар эвенки, хакас, тажик, азербайжан, монгол, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, бүрәт, яҡут, тыва мәҙәниәте менән таныштырҙы. Репетициялар аҙна буйына барҙы».

Конкурс барышында ҡыҙҙар үҙҙәренең талантынан тыш, тамашасыларға хикәйәттәр һәм легендалар, милли кейемдәр аша туған халҡының мәҙәниәтен дә күрһәтте. Улар «Визитка. Милли кейем», «Милли талант», «Ҡатын-ҡыҙҙың барлыҡҡа килеүе тураһында кинәйәле хикәйә», «Ҡатын-ҡыҙ – үҙ халҡының хазинаһы» этаптарында һылыулыҡ һәм һәләтлелек буйынса ярышырға тейеш ине.

«Ижади милли сығышта мин тамашасыларға яугир ҡыҙ бейеүен бейеп күрһәттем. Артабанғы этапта уларҙы «Урал батыр» эпосы, атап әйткәндә, Һомай исемле мифологик образ һәм уның легендалағы әһәмиәтле роле менән таныштырҙым. Конкурста республикабыҙҙа ныҡ баһаланған аҫыш таш образында сыҡтым, мин нефрит ташын һайланым», – тине ҡыҙ.

Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙы халҡыңдың мәҙәниәтен, йолаларын һәм тарихын белеү, туған телдә аралашыу, сәхнә мәҙәниәтен һәм йыр-бейеүгә маһирлыҡ кеүек критерийҙар буйынса баһаланы.

http://www.bashinform.ru/news/1380392-milena-vakhitova-priznana-odnoy-iz-samykh-krasivykh-i-talantlivykh-devushek-azii-i-sibiri/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть