Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

9 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 1-гә ҡар яуыуы тураһында фараз раҫланманы: республика биләмәһендә яуым-төшөм юҡ. Һауа температураһы -1 градустан (Бәләбәй районы) -18 градусҡаса (Учалы районы) тирбәлә. Елдең тиҙлеге секундына 14 метрға етә (Хәйбулла районы).

«Автомобиль юлдарында хәрәкәт штат режимында сикләүһеҙ бойомға ашырыла. Йәшәү тәьминәте һәм энергетика системаларында боҙоуҙар юҡ», —  тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

19 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 20 ноябргә киске 8-гә тиклем хәүефле күренештәр фаразланмай, уның ҡарауы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.

Был осорҙа аяҙлы-болотло була. Башлыса яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ һаҡлана, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -19,-24, көнсығышта -30-ға тиклем, көндөҙ -13,-18.

http://www.bashinform.ru/news/1380364-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-gololeditse-na-dorogakh/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть