Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан шашкасылары Александр Георгиев һәм Тамара Танһыҡҡужина Донъя кубогын яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан спортсылары Александр Георгиев һәм Тамара Танһыҡҡужина Кюрасаолағы этаптан һуң халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогына эйә булды.

Кариб диңгеҙенең көньяғындағы дәүләттә уҙған халыҡ-ара турнирҙа 19 илдән 62 шашкасы ҡатнашты.

Ун тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев, дүрт тапҡыр донъя чемпионы Анатолий Гантваргты хәл иткес турнирҙа еңеп, Кариб турнирында һәм Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә беренсе булды. Өфө шашкасыһы 622 мәрәй йыйҙы.

Кюрасаола ҡатын-ҡыҙҙар араһында ике тапҡыр донъя чемпионы Наталья Садовска (Польша) беренсе булды. Ул Донъя кубогының икенсе баҫҡысына сыҡты. Айгөл Иҙрисова — турнирҙа өсөнсө һәм кубок иҫәбендә дүртенсе. Ә Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Тамара Танһыҡҡужина ваҡытынан алда еңеү яуланы. Алты тапҡыр донъя чемпионының 535 мәрәйе бар, һәм уны бер кем дә ҡыуып тота алмай.    

http://www.bashinform.ru/news/1380226-shashisty-iz-bashkirii-aleksandr-georgiev-i-tamara-tansykkuzhina-zavoevali-kubok-mira/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть