Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.72 ↑

EUR 70.50 ↑

10 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Благовар районы башлығы Башҡортостан башлығы хакимиәтенә эшкә күсерелде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, Благовар районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Юрий Коземаслов Башҡортостан башлығының муниципалитеттар менән эш итеү идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.

Юрий Александрович Коземаслов 1962 йылда Баҡалы районында тыуған. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Благовар районының алдынғы «Рәсәй» колхозы инженеры, аҙаҡ уның рәйесе, Туймазы районы «Нерал-Матрикс» компанияһының генераль директоры булып эшләй. 2008-2019 йылдарҙа Благовар районына етәкселек итә. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

      

http://www.bashinform.ru/news/1380290-glava-blagovarskogo-rayona-pereveden-v-administratsiyu-glavy-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть