Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Miss International Ufa конкурсы еңеүсеһен иғлан иттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының бишенсе курс студенты Ленария Хәсәнова еңеү яуланы. Ҡыҙ вокал бүлегендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова класында уҡый. Ленария Хәсәнова башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ»ҙы башҡарҙы.

Беренсе вице-мисс исемен Ҡырғыҙстандан Айназ Усенканова алды. Икенсе вице-мисс — Ангола ҡунағы Франку Ванда Гизела Албину. Сыуаш халҡы вәкиле Марина Васильева проекттың социаль селтәрҙәрендә онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Мисс Интернет» исеменә лайыҡ булды.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста республикала йәшәгән һәм үҙ милләтенең матурлығын күрһәтергә теләгән 18-28 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты. Быйыл бөтәһе төрлө милләт ҡыҙҙарынан 60 ғариза килде, 12-һе проект финалсыһы тип танылды. Улар 12 халыҡтың — Ангола, Һиндостан, Куба, Ҡытай, Әрмәнстан, Азербайжан, Грузия, Ҡырғыҙстан, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары — рус, башҡорт, татар, сыуаш мәҙәниәтен күрһәте.

Гала-концертта ҡатнашыусылар дуҫлыҡ бейеүен башҡарҙы. Һәр береһе башҡорт мәҙәниәтен белеүен күрһәтте. Шулай уҡ дизайнер Вероника Мартынованан стилләштерелгән этник кейемдә традицион дефиле уҙҙы. Тамашасылар халыҡ бейеүе элементтары менән ижади номерҙар, спорт инвентары атрибуттары менән шоу ҡараны.

Конкурстың маҡсаты – Рәсәй һәм Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен актуалләштереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү, йәштәр араһында хәҙерге заман ҡыҙының ыңғай образын булдырыу.

Проектты ойоштороусылар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы. Проект етәксеһе — «Таврида 5.0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумы еңеүсеһе, Өфө ҡурайсыһы Земфира Рәшитова. 2019 йылдың йәйендә ул проектты уҙғарыу өсөн 650 мең һумлыҡ грант отто.

http://www.bashinform.ru/news/1380183-v-ufe-obyavili-imya-pobeditelnitsy-konkursa-miss-international-ufa/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть