Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

9 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала шәхси банкротлыҡ уртаса кимәлдән артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ағымдағы йылда Башҡортостанда 100 мең халыҡҡа 47 шәхси банкротлыҡ осрағы теркәлгән. Был уртаса Рәсәй кимәленән 15-кә күберәк, тип хәбәр итә «Известия» дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Заемсыларҙың хоҡуҡтары өсөн» проекты эксперттары күҙәтеүенә һылтанма менән.

Баҫма мәғлүмәттәренә ярашлы, рейтинг лидерҙары – Ҡалмыҡстан (80 осраҡ), Пенза (75) һәм Вологда өлкәләре (67). Шулай уҡ Һамар (65), Ульяновск (52), Волгоград (54), Һарытау (53), Калуга (50) өлкәләрендә, Хабаровск крайында (50) ил буйынса уртаса кимәл юғарыраҡ.

Белгестәр фекеренсә, шәхси банкротлыҡҡа йышыраҡ килемдең кәмеүе, кредит күләме, түләнмәгән бурыстың артыуы һәм финанс белеменең түбән булыуы сәбәпсе.

http://www.bashinform.ru/news/1380155-v-bashkirii-kolichestvo-personalnykh-bankrotstv-prevysilo-sredniy-uroven/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть