Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.72 ↑

EUR 70.50 ↑

10 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда иң яҡшы яңы йыл ҡаласығын һайлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда Яңы йыл алдынан «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы башлана, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса конкурста ҡатнашыусылар 500 мең һумлыҡ бүләк алыу өсөн ярыша.

Конкурс 10 декабрҙән ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында ойошторола.

Комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, ҡар тауҙарын баһалай.

Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 19 ғинуарына тиклем яһала.

Иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтары урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия тапшырыла: беренсе урын — 500 мең, икенсе урын — 200 мең, өсөнсө урын — 150 мең һум. Бүләк фонды муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.

http://www.bashinform.ru/news/1380070-v-bashkirii-vyberut-luchshiy-novogodniy-gorodok/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть