Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Истанбулда шағир Дәртмәндтең 160 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Истанбулда «Иҙел-Урал төркиҙәренең социаль һәм мәҙәни тарихында Рәмиевтар ғаиләһенең роле һәм әһәмиәте» халыҡ-ара симпозиумы һәм юбилей концерты була. Саралар Башҡортостандың күренекле улдарының береһе — ХХ быуат башындағы билдәле эшҡыуар, меценат, алтын сығарыу приискылары хужаһы, татар шиғриәте классигы, йәмәғәт эшмәкәре Дәртмәндтең (Закир Рәмиев) тыуыуына 160 йыл тулыуға арнала.

Тантаналы сараларҙы ойоштороусылар – Мармара университеты ҡарамағындағы Төркиәт институты (Истанбул), байрамға Өфөнән, Ҡазандан, Мәскәүҙән, Хельсинкиҙан ҡунаҡтар саҡырылған. Төркиәнең Мәҙәни тикшеренеүҙәр ассоциацияһы президенты Генуль Пултар саҡырыуы буйынса сарала Шакир Рәмиевтың Башҡортостанда йәшәгән ейәнсәрҙәре Светлана Рәмиева һәм Ираида Мусина ҡатнаша.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡорт дәүләт университеты доценты, шағирҙың тормошон һәм ижадын тикшереүсе һәм пропагандалаусы, Башҡортсотан Республикаһында Дәртмәндтең юбилейын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Марат Шәрипов та Истанбулдағы сараларҙа ҡатнашыуға саҡырыу алған. Ул «Дәртмәнд һәм Башҡортостан» темаһы буйынса доклад менән сығыш яһай, концертта Дәртмәнд һүҙҙәренә романс, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡара.

Башҡортостанда – шағирҙың тыуған, шәхес булып өлгөргән һәм ижад иткән ерендә, юбилей сараларын ойоштороу менән «Рамазан» милли үҙәге шөғөлләнә. Тиҙҙән Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Халыҡ, һин миңә шундай яҡын…» күргәҙмәһен асыу, Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында әҙәби-музыкаль кисә үткәреү, «Дәртмәнд эҙҙәре буйлап» программаһы — Мәләүез районының Ергән ауылына, Баймаҡ районының Юлыҡ ауылына, Фёдоровка районының Яуыш ауылына, Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылына, Ырымбур ҡалаһына сәфәрҙәр күҙаллана. Өфөнөң «Һәләт» татар йәштәр театры бөйөк шағирҙың тормошо тураһында спектакль әҙерләй. Шулай уҡ Дәртмәнд шиғырҙарын һөйләүселәрҙең конкурсы ойошторола.

http://www.bashinform.ru/news/1379840-v-torzhestvakh-k-160-letiyu-poeta-derdmenda-v-stambule-primet-uchastie-delegatsiya-iz-bashkirii-/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть