Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

9 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 9 айҙа төп капиталға инвестициялар индексы 115% тәшкил итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ағымдағы йылдың 9 айында төп капиталға инвестициялар индексы 115% тәшкил итте, тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров. Беренсе ярты йыллыҡта күрһәткес 113,6% (106 миллиард һум) булды. «Бынан алдағы өс йылда күрһәткес кәмегән тип әйтергә мөмкин. Уҙған йылдарҙа башланған һәм беҙҙең әүҙем эш үҙ емештәрен бирә. 2024 йылға инвестициялар күләмен 500 миллиард һумға еткерергә тейешбеҙ, бының өсөн йыл һайын 10% арттырырға кәрәк», — тине ул.

Сәнәғәт етештереүе 104,4% артҡан — беренсе ярты йыллыҡ кимәлендә. Ауыл хужалығында үҫеш башланды — 100,4%.

Ун айҙа 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән – 2018 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 6,5% күберәк. «Был – бик мөһим күрһәткес. Шундай темпта барһаҡ, бурысты үтәрбеҙ. Өлөшсөләр һаны арта икән, тимәк, төҙөлөш баҙары йәшәй», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтары кәмегән — 1000 кешегә 12,6-нан 12,2-гә тиклем: 1322 кеше юл фажиғәләрендә, янғында, һыуға батып, үҙенә ҡул һалып һәм алкоголдән ағыуланып үлмәгән. «Был – берлектәге эшебеҙ һөҙөмтәһе», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан башлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1379751-v-bashkirii-investitsii-v-osnovnoy-kapital-za-9-mesyatsev-sostavili-115/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть