Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71 ↓

EUR 70.75 ↓

7 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры 250-нән ашыу көрәшсене берләштерҙе

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә 15-18 ноябрҙә полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры бара. Ярыштарҙа туғыҙ ауырлыҡ категорияларында ир-егеттәр һәм һигеҙ ауырлыҡ категорияларында йәш егеттәр ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, турнирҙа Рәсәйҙең 12 төбәгенән 253 көрәшсе һәм Ҡаҙағстан Республикаһы вәкилдәре сығыш яһай. Башҡортостандан — 87 ир-егет һәм 135 егет.

Ике көндә егеттәр араһында еңеүселәр билдәләнде. Һигеҙ финалда Башҡортостан дүрт «алтын», Татарстан – ике «алтын», Ырымбур бер «алтын» яуланы. Барлыҡ ауырлыҡ категорияларында, һигеҙ көмөш миҙал яулап, икенсе урынды Башҡортостан спортсылары алды. Өсөнсө урында – Башҡортостандан 11 спортсы, Татарстандан – өсәү, Ырымбурҙан – берәү.

Ир-егеттәр араһында туғыҙ финал алышының һигеҙенсеһендә Башҡортостан вәкилдәре еңеүгә лайыҡ булды, 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Ырымбур көрәшсеһе еңде. Башҡортостандың ете спортсыһы, Татарстандың ике көрәшсеһе көмөш миҙал яуланы. Өсөнсө урындар түбәндәгесә: 15 еңеүсе – Башҡортостандан, икәүһе – Пермь крайынан, берәүһе – Татарстандан.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Спорт әҙерлеге үҙәгендә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә бағышланған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын асыу сараһында ҡатнашты. Республика етәксеһе көрәшселәрҙе сәләмләп, уларға уңыштар һәм сағыу спорт еңеүҙәре теләне.

Турнир республика Башлығының полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указына ярашлы уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1379615-vserossiyskiy-turnir-po-borbe-kuresh-pamyati-artura-akhmetkhanova-obedinil-bolee-250-bortsov/                    

Теги: спорт, көрәш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть