Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөләргә өҫтәмә ялға хоҡуҡ тураһында иҫкә төшөрҙөләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө хакимиәтендә эшкә һәләтле халыҡтың өҫтәмә ялға хоҡуҡлы булыуын иҫкә төшөрҙөләр. Закон буйынса, хеҙмәткәрҙәр диспансеризация үткән ваҡытта өс йылға бер тапҡыр бер көнгә эштән азат ителеү хоҡуғына эйә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың вазифаһы, эш урыны һәм уртаса хеҙмәт хаҡы һаҡлана.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, пенсия алды һәм пенсия йәшендәге хеҙмәткәрҙәр йылына ике эш көнөнә хоҡуҡлы.

Бының өсөн хеҙмәткәр алдан ғариза яҙырға һәм эш биреүсе менән һайлаған көн тураһында һөйләшеп килешергә тейеш.

Әгәр эш биреүсе хеҙмәткәргә диспансеризация үтеү өсөн көн йәки көндәр бирмәһә, уға иҫкәртеү йәки 5-10 мең һум штраф янай. Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн 10-20 мең һум штраф ҡаралған. Ойошмаға иҫкәртеү йәки 30-50 һум штраф янай (ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн 50-70 мең һум штраф һалына).

http://www.bashinform.ru/news/1379587-ufimtsam-napomnili-o-prave-na-dopolnitelnyy-otgul/

Теги: медицина
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть