Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡышҡа 19 боҙ һырғалағы һәм 84 «ҡумта» әҙерләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ихата «ҡумта»ларын ҡышҡа әҙерләү тураһында хәбәр итте.

«Бөгөн «ҡумта»ларҙы ҡышҡа әҙерләү ваҡыты тамамланды. Улар бөтәһе 231, һырғалаҡтарҙы, футбол һәм уйын майҙансыҡтарын да бергә  ҡушһаҡ – 499. Өфө миңә ҡалала барлығы 84 «ҡумта»ның һәм 19 боҙ һырғалағының әҙер булыуы тураһында отчет бирҙе, һалҡындар башланғас та боҙ менән ҡаплай башлайбыҙ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ул республикала яңы «ҡумта»лар төҙөү һәм иҫкеләрен тергеҙеү дауам ителеүен белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренсә, тиҙҙән Өфөнөң Затон биҫтәһендә, «Тулҡын» скверында, яңы майҙансыҡ асыла.

«Коньки үткерләү ваҡыты, йәш юлаевсылар. Тиҙҙән боҙға! Ә яҙғыһын «Өфө» футбол клубы секцияларында ла көтөп ҡалабыҙ», — тип яҙҙы ул.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда яңы һырғалаҡтар һәм бассейндар төҙөлөшөнә 4,44 миллиард һум талап ителеүе мөмкин тип хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1379096-v-ufe-k-zime-podgotovleny-19-ledovykh-katkov-i-84-korobki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть