Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала помидор, ҡарабойҙай, кәнфит ҡиммәтләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән. Был хаҡта Башстат аналитиктары хәбәр итә.

Һуңғы аҙнала помидор йәнә ҡиммәтләнгән, ләкин 0,3%. Ә ҡарабойҙай ярмаһының хаҡы 9,4% күтәрелгән. Хәҙер бер килограмм ҡарабойҙай 50,82 һум тора.

Йәшелсәгә лә хаҡ артҡан. Кәбеҫтә, ҡыяр 3,5% ҡиммәтләнгән – бер килограмы 17,34 һәм 71,69 һум. Кәнфиттең хаҡы 2,1% артҡан – 282,37 һум. Туңдырылған балыҡ 2,1% ҡиммәтерәк – бер килограмы өсөн 160,49 һум түләргә кәрәк, макарон изделиелары иһә 2% ҡыйбатланған  – 53,01 һум.

Ләкин вермишель, картуф, тоҙ кеүек аҙыҡ-түлек арзанайған. Вермишель –1,4%, хәҙер бер килограмы 50,9 һум тора. Тоҙҙоң хаҡы 0,7% төшкән – 10 һум, картуфтың 0,4% – бер килограмы 16 һум.

Бынан алда «Башинформ» Өфө Башҡортостанда һөткә хаҡтар буйынса үҙенең рекордын уҙып китеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1379049-v-bashkirii-podorozhali-pomidory-grechka-konfety/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть