Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә водолаздар хәбәрһеҙ юғалған балаларҙы һәм уларҙың атаһын эҙләүҙе дауам итә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә 20-се көн инде эҙһеҙ юғалған Артем Мазовты һәм уның ике улын эҙләү эштәре туҡтамай. Эҙләүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, водолаздар, ирекмәндәр, психологтар ҡатнаша. 15 ноябрҙә урындағы киң мәғлүмәт саралары водолаздар башҡаса юғалғандарҙы һыуҙан эҙләмәйәсәген, ә Өфө һәм Ағиҙел йылғаларының эргә-тирәһен тикшереү менән шөғөлләнәсәген яҙып сыҡты.

«Башинформ» агентлығы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәттәренә ошо мәғлүмәткә аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте, сөнки эҙләүҙә тап уларҙан водолаздар ҡатнаша.

Әлеге ведомстволарҙан «Башинформ» агентлығына водолаздар һыу аҫтында ла, һыу өҫтөндә лә эҙләүҙе дауам итә тигән яуап килде. Бынан тыш, водолаздар төркөмләп, сменалап эшләй.

«Бөгөнгә йылғаларҙың ҡайһы бер участкаларында эҙләү тамамланған. Водолаздар башҡа урындарҙы тикшерә, сменалап эшләй», — тип асыҡлыҡ индерҙе республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте еткәсеһе Алик Шәрәфетдинов.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнән 37 йәшлек Артем Мазов һәм уның ике балаһы – биш йәшлек Вячеслав һәм һигеҙ йәшлек Илья 26 октябрҙә юғалғайны. Икенсе көндө Өфөнөң Калинин районы урманында ир һәм уның балалары ултырып киткән автомобилде таптылар. Тәфтишселәр юғалыуҙың төрлө версияларын ҡарай.

«Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙән Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығына 8 (347) 251-62-51 йәки 02 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостандың Тәфтиш комитетында.

http://www.bashinform.ru/news/1379026-v-ufe-vodolazy-prodolzhayut-pogruzhatsya-v-reki-i-iskat-propavshikh-bez-vesti-detey-i-ikh-ottsa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть