Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.71

EUR 70.75

8 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Йәшлек-шоу» фестиваленең Гран-прийын колледж студенты Хәйҙәр Ибраһимов яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә XXVII «Йәшлек-шоу» республика йәштәр фестивале тамамланды. Быйыл конкурс яңы форматта «Продюсерҙар алышы» исеме менән үтте. Фестивалдең йомғаҡлау этабы бик сағыу булды. Сәхнәләге һәр номер бәләкәй бер шоуға әүерелде. Ҡатнашыусыларҙың үҙ номерҙарын шымартыу өсөн ике аҙна ваҡыты бар ине. Быйыл һәр башҡарыусының остазы булды. Конкурсанттар менән Таһир Әсәҙулллин, Илнур Рамазанов, Ринат Рамазанов, «Girza music» продюсер үҙәге, Айгөл Үтәгәнова, Фәрүәз Рафиҡов эшләне.

Проекттың төп бүләге – Гран-приҙы Өфө күп профилле һөнәри колледжының 19 йәшлек студенты Хәйҙәр Ибраһимов алды. Еңеүсегә «Ҡурай» телеканалынан клип төшөрөү өсөн сертификат тапшырылды. Башҡарыусының остазы – Илнур Рамазанов. Белорет ҡалаһынан Илнар Ғәниев беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт университеты студенты «Юлдаш» радиоһында йыр яҙҙырыу һәм яңғыратыу өсөн сертификат бирелде. Икенсе урын – Өфөнән 22 йәшлек Илүзә Иҙрисовала. Ул да «Юлдаш +» йәштәр интернет радиоһынан йыр яңғыратыуға сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсө дәрәжә лауреат дипломы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Индира Сибәғәтуллинаға (Благовар районы) һәм иң йәш ҡатнашыусы, 16 йәшлек Тимур Сөләймәновҡа тапшырылды. Улар Республика халыҡ ижады үҙәгендә йыр яҙҙыра ала.

Артистар төрлө номинацияларҙа дипломдарға һәм иҫтәлекле статуэткаларға ла лайыҡ булды. «Йыл йырсыһы» — Ләйсән Ғәлимова, Йәмил Баймырҙин. Иң шәп йыр өсөн Алтынай Вәлитов бүләкләнде. 2019 йылда «Башҡорт сәй эсә!» композицияһы ысын хитҡа әүерелде, әле лә үҙенең популярлығын юғалтмай. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө «Йыл төркөмө» номинацияһында билдәләнде. «ZAINETDIN» этно-шоу проекты «Йыл шоу-проекты» номинацияһында иң яҡшыһы булды. «Йыл асышы» — «Вилли», «Өмөт» — Бишбармаҡ, «Йыл клибы» — «Ҡорот» йыры өсөн «Rena Rnt».

Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Ҡурай ТВ» телеканалы.

http://www.bashinform.ru/news/1379014-v-ufe-gran-pri-festivalya-yeshlek-shou-zavoeval-student-kolledzha-khaydar-ibragimov/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть