Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика Роспотребнадзорында киҙеүҙең таралыуына фараз бирҙеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мең 376 сирле теркәлгән.

Был күрһәткес эпидемик сиктән түбәнерәк, һәм ул арта бара, тип хәбәр иттеләр республика Роспотребнадзорында уҙған матбуғат конференцияһында.

Ведомство белгестәре айырыуса  вакцина эшләтергә кәрәклегенә иғтибар итте.

Быйылғы  миҙгелдә Башҡортостан халҡының 45 процентына прививка яһау күҙаллана, улар араһында 418 мең бала, 1,3 миллион өлкән кеше һәм ике мең йөклө ҡатын-ҡыҙ бар.

8 ноябргә республикала йәшәүселәрҙең 30 процентына, шул иҫәптән прививкаларҙың милли календары сиктәрендә 1 миллион 127 мең кешегә прививка яһалған. 75 меңдән ашыуы үҙ аҡсаһына прививка эшләткән.

Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева һүҙҙәренсә, сирҙең көсәйеүен йылдың тәүге декадаһында, ғинуарҙан мартҡа тиклем көтөргә кәрәк.

«Балалар инфекция йоҡтора һәм уны өйөнә алып ҡайта, ата-әсәһен зарарлай һәм шулай дауам итә», —  тине ул.

Роспотребнадзорҙа ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр, сөнки киҙеү өҙлөгөүгә, атап әйткәндә, пневмонияға килтереүе мөмкин. Уҙған йылда йөклө ҡатын өҙлөгөп вафат булған. Ул сирләй башлағандың унынсы көнөнә генә табиптарға мөрәжәғәт иткән, шуға уны ҡотҡарып булмаған.

Белгестәр әйтеүенсә, прививканан тыш, сынығырға һәм күберәк хәрәкәт итергә кәрәк, сөнки «әүҙем тормош алып барған кешеләр ауырыуҙы еңелерәк үткәрә».

http://www.bashinform.ru/news/1378573-v-rospotrebnadzore-bashkirii-dali-prognoz-razvitiya-epidemii-grippa/

              

Теги: грипп
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть