Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Өфөнән Яңы Абҙаҡҡа «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө — Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә. «Урал легендаһы» туристар араһында популяр ҡышҡы маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөр тип күҙаллана. Юлға 5 сәғәт ярым ваҡыт китә.

Быйыл юл хаҡы түбәнерәк – 655 һум 20 тин. Уҡыусыларға һәм студенттарға билет тағы ла арзаныраҡҡа төшә – 327 һум 60 тин, балаларға иһә 163 һум 80 тин.

Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Өфө — Асы — Айғыр — Белорет — Яңы Абҙаҡ маршрутын бер, ике һәм өс вагонлы махсус рельс автобустары  хеҙмәтләндерә.

Өфөнән «Урал легендаһы» урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7 тула 4 минутта ҡуҙғала һәм Яңы Абҙаҡҡа төшкө 2-се 7 минутҡа барып етә.

Ә Яңы Абҙаҡтан поезд киске 6-сы 21 минутта юлға сыға, төнгө 12-се 17 минутҡа Өфөлә була.

http://www.bashinform.ru/news/1378564-v-bashkirii-vozobnovlyaetsya-dvizhenie-poezda-legenda-urala-do-novoabzakovo/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть