Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге бассейн яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Инорс биҫтәһенең Т.Йәнәби бульварындағы бассейнды яңы йыл каникулдарына файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тип талап итте Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров. 13 ноябрҙә ул эш сәфәре менән Өфөнөң сәнәғәт һәм социаль объекттарында булды. Бассейн «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» проекты сиктәрендә төҙөлә. 2017 йылдың декабрендә башланған эштәр ағымдағы йылдың аҙағына тамамланырға тейеш.

Егерме биш метрлыҡ дүрт юлы булған яңы бассейнда бер үк ваҡытта 50-гә яҡын кеше шөғөлләнә ала. Объектты халыҡты һауыҡтырыу һәм профессиональ йөҙөүселәр әҙерләү өсөн файҙаланыу күҙаллана.

Бассейн өс ҡатлы, инженер ҡорамалдары менән техник этаж да иҫәпкә алына. Беренсе ҡатта –  бассейн, вестибюль, гардероб, табип бүлмәһе, административ бүлмәләр, тренерҙар кабинеты, хеҙмәткәрҙәр, кейенеү, душ инеү бүлмәләре, лаборатория, ә икенсеһендә холл, 100 урынлыҡ бассейн трибуналары, фитнес-үҙәк була.

http://www.bashinform.ru/news/1378458-basseyn-v-ufimskom-inorse-sdadut-v-ekspluatatsiyu-k-novogodnim-kanikulam/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть