Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Торатау» геопаркы йылына миллионға тиклем туристы ҡабул итергә йыйына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда «Торатау» геопаркы йылына 500 мең кешене ҡабул итергә тейеш.

Ике йылда был һан миллионға етер тип фаразлана. 13 ноябрҙә Өфөлә уҙған «Торатау. Хәҙергегә инвестициялар» түңәрәк өҫтәлендә ошондай прогноздар яңғыраны.

Сарала Торатау геопаркы менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдергән бизнесмендар, турбаза хужалары, бизнес-клуб вәкилдәре ҡатнашты.

«Түңәрәк өҫтәл район хакимиәттәренең, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, инвестор вәкилдәренең осрашыу урыны булды. Башҡортостан үҙенең матур тәбиғәте менән дан тота. Әлеге ваҡытта 128 туристик маршрут әҙерләнгән. Улар янында туринфраструктура ойошторорға, урынлашыу, туҡланыу объекттарын тәьмин итергә кәрәк һәм шунан һуң геопарк эшләй башлар», — тип хәбәр итте «Торатау» геопаркын булдырыу һәм үҫтереү буйынса проект етәксеһе Наталья Лукашина.

Әлеге ваҡытта геопарк биләмәһендә туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ селтәре эшләй.

«Беҙҙең бурысыбыҙ – геопарк хакимиәтен булдырыу. Артабан туристик операторҙар селтәрен киңәйтергә һәм геопарк өсөн махсус әҙерләнгән бренд аҫтында берҙәм фирма стилендә эшҡыуарҙар менән эшләй башларға уйлайбыҙ», — тине Наталья Лукашина.

Геопаркта эшләүгә йәлеп итеү күҙалланған эшҡыуарҙар һаны тураһында һөйләгәндә, Наталья Лукашина барыһы ла инвесторҙарҙың теләгенә бәйле булыуын билдәләне. Хәҙер 50 эшҡыуар менән хеҙмәттәшлек алып барыла.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, «Торатау» геопаркы эшләй башлаһын өсөн юл картаһының 60 пунктын ғәмәлгә ашырырға кәрәк, быға ике йыл ҡаралған.

Әлеге ваҡытта геопарк сиктәре тулыһынса билдәләнмәгән. Торатау геопаркының майҙаны 4362 квадрат километр тәшкил итә. Унда ете төп локация — Красноусол, Еҙем, Торатау, Маҡар, Верхотор, Йөрәктау, Хажы.

Туристарҙың барлыҡ категориялары өсөн урынлашыу объекттары булдырыла. Геопаркка «Торатау геопаркы» акционерҙар йәмғиәте идара итеү компанияһы етәкселек итә.

«Туристарҙың эске ағымын үҫтереү зарур. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем Шүлгәнташҡа һәм Торатауға барып ҡайтырға тейеш тигән маҡсат ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең туристар — 1000 километрға тиклем радиуста йәшәгән яҡташтарыбыҙ. Беҙгә Калининградтан йәки Белгородтан килмәйҙәр, Владивостоктан да Башҡортостанға туристар юҡ. Беҙгә Ырымбурҙан, Ҡазандан, Екатеринбургтан, Силәбенән киләләр. Ошо ағым менән эшләргә кәрәк», — тип иҫәпләй Салауат Нафиҡов.

http://www.bashinform.ru/news/1378418-geopark-toratau-budut-poseshchat-million-chelovek-v-god/                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть