Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәү өлкәһенән һалым инспекторына Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығында етәксе алмашынды, тип белдерҙеләр республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. 13 ноябрҙән ведомствоға Алан Марзаев етәкселек итә.  

Алан Марзаев 1973 йылда Төньяҡ Осетияла тыуған. Facebooke селтәрендәге сәхифәһенән күренеүенсә, ул иҡтисадсы белемен алған, Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәте, быйыл сентябрҙән алып Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе булып тора. Һуңғы эш урыны – Мәскәү өлкәһе Домодедово ҡалаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте инспекцияһы етәксеһе. Өйләнгән, дүрт балаһы бар.

Юл хужалығы идаралығының элекке етәксеһе — Өфө хакимиәтенең экс-чиновнигы Денис Петраковский был вазифала теүәл ике йыл эшләне.

Юл хужалығы идаралығы — юл инфраструктураһы объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау буйынса дәүләт заказсыһы.

http://www.bashinform.ru/news/1378434-upravlenie-dorozhnogo-khozyaystva-bashkirii-vozglavil-nalogovyy-inspektor-iz-podmoskovya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть