Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «бысраҡ» сәнәғәт производстволарын индереүҙе тыялар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Ошо көндәрҙә аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ултырышында кодексҡа республика биләмәһендә яңы «зыянлы» производстволар индереүҙе сикләгән төҙәтмәләрҙе ҡаранылар. 2020 йылдың 1 ғинуарынан тирә-яҡҡа кире тәьҫир иткән яңы капиталь төҙөлөш объекттарын улар экологик параметрҙары буйынса иң яҡшы технологияларҙан ҡалышмаған осраҡта ғына файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт ителә. Тәү сиратта был нефть сығарыуға һәм эшкәртеүгә, төҫлө металл мәғдәндәрен сығарыуға һәм байыҡтырыуға, төп органик һәм органик булмаған матдәләр етештереүгә ҡағыла.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, индустриаль төбәк өсөн был аныҡлыҡ принципиаль әһәмиәткә эйә.

«Башҡортостан – сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай «миҙал»дың экологик зыян рәүешендәге кире яғы ла бар. Тәбиғәтте һаҡлау саралары – ғәмәлдәге производстволарҙы яңыртыу һәм таҙартыу ҡоролмаларын ғына ҡуйыу түгел. Был шулай уҡ проектлау һәм төҙөү этабында экологик контроль. Әгәр баҙар продукттың сифатын көйләһә, производствоның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо дәүләт контролендә булырға тейеш».

Закон проектында «бысратыусы матдә» төшөнсәһенә лә аныҡлыҡ индерелә.

http://www.bashinform.ru/news/1378068-v-bashkirii-zakonodatelno-zapretyat-vvod-gryaznykh-promyshlennykh-proizvodstv/

                      

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть