Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә 300 миллион һум тотона

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостандың киләһе йылға бюджетында Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү өсөн 300 миллион һум һалынған. Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышының аграр комитеты ултырышында төбәктең донъя форумын ойоштороуҙа федераль үҙәк яғынан да финанс ярҙамына өмөтләнеүен билдәләне.

Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Сара кешелектең традицион мәҙәни мираҫының күп төрлөлөгөн күрһәтеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан ике аҙнаға үҙенсәлекле театрлаштырылған майҙансыҡҡа әүерелә. Унда донъяның 80-дән ашыу иленән өс меңгә яҡын артист республика халҡын һәм ҡунаҡтарын үҙҙәренең йыр-моңо, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, кейем-һалымы һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. Фестивалдә ситтән күҙәтергә генә түгел, ә төрлө интерактив сараларға әүҙем ҡушылырға – төрлө халыҡтарҙың уйын ҡоралдарында уйнап ҡарарға, милли ризыҡтарынан ауыҙ итергә, традицион сәнғәттәрен өйрәнергә мөмкин.

VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙғарыла. Донъя кимәлендәге мәҙәни форум тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1377961-bashkiriya-potratit-300-mln-rubley-na-provedenie-vsemirnoy-folkloriady-v-2020-godu/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть