Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 40 авариялы күперҙе тәртипкә килтерербеҙ – Радий Хәбиров

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер аҙнанан Бөрйән районының Нәби ауылында яңы күперҙең файҙаланыуға тапшырыласағын хәбәр итте.

«Халыҡ өсөн был — тышҡы донъя менән берҙән-бер бәйләнеш. Иҫке ағас күперҙән мәктәпкә, балалар баҡсаһына һәм медпунктҡа йөрөү хәүефле», —  тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Ул республикала емерек хәлдәге күперҙәрҙең күп икәнен белеүе хаҡында хәбәр итте. Улар бөтә райондарҙа ла тиерлек бар – Бишбүләк, Шаран, Туймазы, Борай, Октябрский ҡалаһы һәм башҡалар. Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренсә, 2024 йылға тиклем күперҙәрҙе планға ярашлы төҙөкләндереү программаһы әҙерләнгән.

«2019 йылда ғына 12 күпер төҙөрбөҙ һәм реконструкцияларбыҙ, 28-ен йүнәтербеҙ. Яйлап республикалағы барлыҡ күперҙәрҙе тәртипкә килтерербеҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1377633-dlya-zhiteley-eto-edinstvennaya-svyaz-s-mirom-glava-bashkirii-ob-avariynykh-mostakh/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть