Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башинформ» агентлығы яңы проект башлап ебәрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башинформ» агентлығы яңы проект башлап ебәрҙе.

Подкастар — ул форматы буйынса билдәле бер темаға радиотапшырыуҙарҙы хәтерләткән аудиофайлдар.

«Өлкәндәр өсөн мәктәп» (психолог һәм тренер Александр Дубовик менән өлкәндәрҙең һөнәри йүнәлеше тураһында әңгәмә) һәм «Ҡала мөхите» тигән подкастар баҫылып сыҡты ла инде. Икенсеһендә арт-тәнҡитсе, экскурсия етәксеһе Кристина Абрамичева һәм «Башинформ» агентлығы мөхәррире Рушана Ибраева Красноярск урбанистары Петр Иванов һәм Мария Быстрова менән ҡала киңлеге, йәйәүлеләр урамы кәрәклеге, ҡала мәҙәниәте, ауылда йәшәүселәрҙең мегаполис тормошон үҙләштереүе, ҡала халҡының ҡаланың тышҡы йөҙөнә йоғонто яһай алырға мөмкинме икәне хаҡында һөйләште.

«Киләсәктә үҙенең өлкәһендәге эксперттар, профессионалдар, ҡыҙыҡлы шәхестәр — ғалимдар, артистар, спортсылар менән Башҡортостан өсөн көнүҙәк булған темаларға подкастар сығарырға тигән уйыбыҙ бар. Шулай уҡ медицина рубрикаһын асырға иҫәп тотабыҙ, унда табиптар менән осрашып, мифтарҙы юҡҡа сығарырға һәм яңы технологиялар тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙебеҙҙең дә, тыңлаусыларыбыҙҙың да белемен арттырырбыҙ», — тине проект етәксеһе, «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе Розалиә Вәлиева.

Подкастар темаһы буйынса тәҡдимдәрҙе, фекерҙәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе podkasts@bashinform.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1377754-agentstvo-bashinform-zapustilo-novyy-proekt-podkasty/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть