Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Ғәскәров исемендәге ансамблдең юбилей концертын тура эфирҙа бөтә донъяға күрһәтәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективтың 80 йыллығына арналған концерттар менән сығыш яһай.

12 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә ансамбль «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» юбилей концерт программаһын тәҡдим итә.

Программала – коллективҡа нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулаған донъя халыҡтары бейеүҙәре. Тамашасыларға шулай уҡ 2019 йылғы премьера — «Русь» композицияһы күрһәтелә.

«Концертты донъяның интернет булған теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡарарға мөмкин, концерт ютубтың рәсми каналында һәм Бәйләнештә трансляциялана», — тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтенән.

Тантаналы юбилей концерты 13 декабрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. 80 йыллыҡҡа бағышланған концерттарҙың һуңғыһы 20 апрелдә Йәштәр һарайында уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1377742-yubileynyy-kontsert-ansamblya-imeni-gaskarova-budut-translirovat-v-pryamom-efire-na-ves-mir/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть