Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө һәм Прага араһында тура авиабәйләнеште тергеҙергә теләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө һәм Прага араһында тура авиабәйләнеште тергеҙергә теләйҙәр.

Башланғысты республика парламентында Чехияның Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Витезслав Пивонька менән осрашыу барышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәҡдим итте.

«Элек Өфөнән Чехия яғы башҡарған тура рейс бар ине, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында ул туҡтатылды, – тине Константин Толкачев. – Рейс ихтыяж менән файҙаланды. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең күбеһе Чехияға уҡырға, ял итергә, эш буйынса командировкаға бара. Йәмәғәтселектең яуабы рейсты туҡтатыу тураһында ҡарарҙың популяр булмауын күрһәтә. Тура авиабәйләнеште тергеҙеү мөмкинлеге тураһында ике яҡлы һөйләшеүҙәр үткәреү – маҡсатлы ярашлы. Был осраҡта Өфө – Прага рейсы һәйбәт булыр ине, ләкин Өфө һәм Чехияның икенсе ҡалаһы араһында авиабәйләнеш мөмкинлеген дә ҡарарға мөмкин».

Витезслав Пивонька мәсьәләнең көнүҙәклеге менән ризалашты, Башҡортостанға сәфәренән һуң Чехия яғы менән тейешле консультациялар үткәреү эшенә тотондо.

http://www.bashinform.ru/news/1377734-mezhdu-ufoy-i-pragoy-khotyat-vozobnovit-pryamoe-aviasoobshchenie/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть