Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Яҡташыбыҙ — Евразияның иң сибәр биш ҡыҙы араһында

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Белорет ҡалаһынан 26 йәшлек Александра Вояга Төркиәлә Queen Eurasia 2019 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының биш һылыуҡайы иҫәбенә инде. Күптән Мәскәүҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул тыуған Башҡортостаны исеменән сығыш яһаны.

Александраның дәғүәселәре араһында Черногория, Чехия, Монголия, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән ҡыҙҙар бар ине. Беренсе урынды Абхазия сибәре яуланы.

«Был еңеүемде ғаиләмә, туғандарыма һәм ҡәҙерлеләремә бағышлайым!» — тип яҙҙы Александра Вояга үҙенең сәхифәһендә.

Бынан алда «Башинформ» яҡташыбыҙҙың «Мәскәүҙең беренсе вице-мисс2018» исеменә эйә булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1377603-urozhenka-bashkirii-voshla-v-pyaterku-samykh-krasivykh-devushek-evrazii/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть