Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Белорет – Әүжән трассаһында күп итеп ҡар яуған, ағастар ҡолаған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Белорет – Әүжән трассаһында күп итеп ҡар яуған, ағастар ҡолаған. Автоһәүәҫкәрҙәр стихия эҙемтәләренең видеоһын социаль селтәргә һала.

Юл хеҙмәттәре эшселәре юлды асыу өсөн ағастарҙы бензобысҡы менән бысып йыҡҡан.

Быны күргәндәр, ағастар епшек ҡарҙы күтәрә алмайынса ауған, тигән фекерҙә.

«53 йыл йәшәп, бындай мөғжизәне күргәнем юҡ ине. Ҡот осҡос», — ти автомобиль пассажиры.

10 ноябрҙә ошо урында ныҡ итеп ҡар яуған.

Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының матбуғат секретары Альбина Ғилмийәнова хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаһында, ысынлап та, уңайһыҙлыҡтар булған.

Әлеге ваҡытта алты кеше эҙемтәләрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләй, ауған ағастарҙы Белорет районы хакимиәте менән килешеп ситкә сығаралар. Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған.

12 ноябргә төш ваҡытына алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, трассала юл асыҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1377570-trassu-beloretsk-avzyan-zavalilo-snegom-i-upavshimi-derevyami/

Теги: стихия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть