Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.56 ↓

EUR 70.45 ↓

12 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө — Рәсәйҙең иң аҡыллы 10 ҡалаһы иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө Рәсәйҙең иң аҡыллы ун ҡалаһы иҫәбенә инде. Tvil.ru аналитиктары уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы,1,39% тауыш йыйып, 10-сы урынды алды.

Өфөлә бер нисә фәнде үҫтереү үҙәге бар: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең математика, молекулалар һәм кристалдар физикаһы, механика, нефть химияһы һәм катализ, органик химия институттары һәм башҡалар; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы учреждениелары: күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, үткәргес торба транспорты гидравликаһы үҙәге, «Биоплант» биотрансплантаттар һәм биопрепараттар ғилми-тикшеренеү һәм етештереү институты; «РН-УфаНИПИнефть», «Башгипронефтехим» шәхси компанияларының проект һәм тикшеренеү институттары һәм башҡалар.

Башҡортостандың баш ҡалаһы түбәндәге ҡалаларҙан ҡалышты: Санкт-Петербург (29,17% тауыш), Мәскәү (22,22%), Новосибирск (12,55%), Ҡазан, Екатеринбург (11,11%),Түбәнге Новгород (5,56%), Сочи, Севастополь (2,58%), Красноярск (1,39%).

http://www.bashinform.ru/news/1377439-ufa-voshla-v-top-10-samykh-umnykh-gorodov-rossii/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть