Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров — киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса губернаторҙар рейтингында өсөнсө урында

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров — «Медиалогия» компанияһының киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу буйынса губернаторҙар рейтингында өсөнсө урында. Шулай уҡ ул Волга буйы федераль округы губернаторҙары араһында беренсе урында. Октябрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларының 11,9 мең хәбәрендә телгә алынған.

Федераль рейтингта Башҡортостан башлығын Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов һәм Мәскәү губернаторы Сергей Собянин ғына уҙып киткән.

Волга буйы федераль округында 2019 йылдың октябрендә медиарейтинг лидерҙары – Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов.

Айырыуса популяр хәбәрҙәр: Радий Хәбировтың хөкүмәттең яңы составын иғлан итеүе, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнө менән ҡотлау, Благовещен районында «Полиэф» заводындағы ғәҙәттән тыш хәл буйынса кәңәшмә үткәреү, республика хөкүмәтенә халыҡ яңы йыл каникулдарында эсеү менән мауыҡмаһын өсөн план әҙерләү бурысын йөкмәтеү.

http://www.bashinform.ru/news/1377404-radiy-khabirov-na-3-meste-v-gubernatorskom-reytinge-po-upominaniyu-v-smi/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть