Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

2020 йылда кәрәҙле элемтәгә тарифтарҙың артыуы көтөлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Киләһе йылда Рәсәйҙә кәрәҙле элемтәгә тарифтарҙың 10-25% ҡиммәтләнеүе ихтимал. Был хаҡта «Известия» хәбәр итә.

Telecom Daily генераль директоры Денис Кусков фекеренсә, бәлки, тарифтар 10-12% артыр.

Content Review агентлығы 15-25% ҡиммәтләнергә мөмкин тигән фекерҙә. Аныҡ прогноз ноябрь аҙағына билдәле була.

Telecom Daily үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең күбеһе әле үк кәрәҙле элемтәгә сығымдарҙың артыуын һиҙә. 2019 йылдың өсөнсө кварталы һуңына, йыл башы менән сағыштырғанда, улар 10% һәм унан ашыуыраҡҡа артҡан, тип белдергән респонденттарҙың 74%.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында һәр унынсы абонент операторҙарын алмаштырған, тағы 12% быны декабрь аҙағына тиклем эшләргә йыйына. Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 18% тарифтарын алмаштырған.

Хеҙмәттәрҙең хаҡын арттырып, элемтәселәр быйыл эске роумингты бөтөрөү сәбәпле кәмегән килемдәрен ҡаплай. Элемтә компанияларының өҫтәмә сығымдары «Яровая законы»н үтәүенә лә бәйле.

Бынан тыш, абоненттар мобиль интернет һәм видеосервистар менән әүҙем ҡуллана, был уларҙы ҡиммәтерәк тарифтарҙы һайларға мәжбүр итә, тип иҫәпләй эксперттар.

МТС, Tele2 һәм «Билайн» мобиль операторҙары әлегә элемтә хеҙмәттәрен күрһәтеүгә тарифтарҙы арттырырға йыйынмай, тип хәбәр итә ТАСС компания вәкилдәренә һылтанма менән. МТС-та аңлатыуҙарынса, компания артабан экономиялау өсөн бер нисә продуктты бер тәҡдимгә берләштергән конвергент сервистарҙы әүҙем үҫтереүҙе дауам итергә ниәтләй. Tele2 матбуғат хеҙмәтенән абоненттарҙың «ауырыраҡ» пакет тарифтарын һайлауы ҡулланыусыларҙың мәғлүмәттәр тапшырыу хеҙмәттәре менән әүҙемерәк файҙаланыуына бәйле булыуын хәбәр иттеләр. «Билайн» селтәре вәкилдәре операторҙың, хаҡтарҙы арттырыуҙан баш тартып, клиенттар өсөн тарифтарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙы оҙайлы ваҡытҡа туңдырыуын билдәләне. «Мегафон»да комментарийҙарҙан баш тарттылар.

http://www.bashinform.ru/news/1377272-v-2020-godu-ozhidaetsya-povyshenie-tarifov-na-sotovuyu-svyaz-/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть