Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала «Ауыл табибы» программаһы буйынса 99 табипҡа 1 миллион һум тапшырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса Башҡортостандың 99 табибына 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум тапшырыла. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова һүҙҙәренсә, түләүҙәр 15 ноябргә тиклем тамамлана. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл табибы» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.

«Ауыл табибы» программаһына эләкмәгән 150 табип та 1 миллион һум алды. Коллегалары менән бергә бер миллион һум алған 8 табип та ошо исемлеккә индерелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған программа буйынса 137 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән.

Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа 5 мең һум бирелә, ә 416 ординатор 8 мең һум ала.

http://www.bashinform.ru/news/1377050-v-bashkirii-po-programme-zemskiy-doktor-po-1-mln-rubley-poluchat-99-vrachey/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть