Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнән Семен Елистратов АҠШ-та шорт-трек буйынса Донъя кубогының өсөнсө «алтын»ын алды

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, олимпия чемпионы Семен Елистратов АҠШ-та Донъя кубогының өсөнсө алтын миҙалын яуланы. 11 ноябргә ҡарай төндә Монрель ҡалаһында спортсы, Көньяҡ Корея вәкилдәре Пак Ин Укты (1.29,361) һәм Пак Чи Вонды (1.29,417) артта ҡалдырып, 1000 метрлыҡ арауыҡта беренсе булып килде (1 минут 29,275 секунд).

«Шулай уҡ Семен Елистратов ир-егеттәр йыйылмаһы составында Денис Айрапетян, Александр Шульгинов һәм Павел Ситников менән бергә 5000 метрлыҡ эстафетала бронза миҙал яуланы», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Спорт министрлығында.

Бынан алда «Башинформ» Елистратовтың 1500 һәм 5000 метрлыҡ арауыҡта беренсе «алтын»ын алыуы тураһында хәбәр иткәйне (Даниил Ейбог, Павел Ситников һәм Виктор Ан менән эстафета).

http://www.bashinform.ru/news/1376980-ufimets-semen-elistratov-zavoeval-trete-zoloto-kubka-mira-po-short-treku-v-ssha/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть