Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55 ↓

EUR 69.86 ↑

14 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Мосафир» этник музыка форумы ҡунаҡтары өсөн этно-тур ойошторҙолар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

10 ноябрҙән 12-һенә тиклем Башҡортостанда «Мосафир» халыҡ-ара этник музыка форумы уҙғарыла. Өфө бөтә донъянан World Music өлкәһе эксперттарын ҡабул итә. Кисә ҡунаҡтар өсөн этно-тур башланды.

Сит ил ҡунаҡтары милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, уҡтан атырға, милли хореография элементтарын өйрәнде, башҡорттарҙың традицион кейемдәрен кейеп ҡараны.

«Костюм бик матур һәм йылы», — тине Германиянан килгән спикер Тино Грассельт.

Ә Нидерланд спикеры Мириам Ли Бреннер шул тиклем уҡтан атыу менән мауығып китте, хатта Амстердамға ҡайтҡас, атыу өсөн клуб табырға вәғәҙәләне. Традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен «Мәргән уҡсы» хәрәкәте ҡатнашыусылары үткәрҙе.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина иғлан иткән бейеү флешмобы этно-турҙың иң сағыу өлөшө булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡунаҡтар дәртләнеп бер рәткә теҙелде, башҡорт хореографияһы нигеҙҙәрен өйрәнде һәм парлап башҡорт бейеүенән өҙөк башҡара алды.

Ҡунаҡтар этно-турҙың һәр этабында ҙур теләк менән ҡатнашты.

Бөгөн, 11 ноябрҙә, форум барышында төп ваҡиға — «Өфө уттары» комплексында шоукейс-фестиваль була.

http://www.bashinform.ru/news/1376829-dlya-gostey-foruma-etnicheskoy-muzyki-musafir-organizovali-etno-tur/

Теги: этно-тур
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть