Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.22 ↓

EUR 70.42 ↑

13 декабрь, Йома

Уфа   °

Сибайҙа йыл башынан һигеҙенсе игеҙәк балаларҙы теркәнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Сибайҙың ЗАГС бүлегендә йыл башынан һигеҙенсе игеҙәк балаларҙы теркәү тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән йәш әсә Алёна Пеняеваның Егор һәм Матвей исемле ике улы тыуыуы тураһында хәбәр иттеләр.

«Улар Пеняевтар ғаиләһендә тәүге игеҙәк түгел. Алёнаның игеҙәге Анютаның да игеҙ ҡыҙҙары, атаһының да Ольга исемле игеҙәге бар. Ошо ҙур һәм татыу ғаиләлә өсөнсө быуында ла игеҙ балалар тыуа», — тип билдәләнеләр ведомствола.

Сибайҙың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева бәхетле ата-әсәне ҡотлап, улдарының тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын тапшырҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1376160-v-sibae-s-nachala-goda-zaregistrirovali-vosmuyu-dvoynyu/  

Теги: ғаилә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть